Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, өлкәне һыу баҫыу һөҙөмтәһендә 25 кешенең ғүмере өҙөлгән, 38 мең кеше зыян күргән, 107 тораҡ пункт, шул иҫәптән 11 мең йорт һыу аҫтында ҡалған. Әле емереклектәр таҙартыла, хәрбиҙәр 57 гектар майҙанды сүп-сарҙан азат итеп, биләмәне зарарһыҙландырған. Йәшәүгә яраҡһыҙ йорттар һүтелә, дүрт һыу бүлгесте төҙөкләндергәндәр.