С.Чемезов корпорацияның йыллыҡ эшмәкәрлегенә отчет яһаны. 2018 йылда “Ростех” предприятиелары оборона заказы, хәрби-техник хеҙмәттәшлек һ.б. өлкәләрҙә һәйбәт һөҙөмтәләргә өлгәшкән. Дәүләт оборона заказын улар 99,6 процентҡа үтәгән. Сит илдәргә 13,7 млрд һумлыҡ продукция сығарған. Хәрби техникаға заказ 55 млрд һум тәшкил иткән. Корпорация предприятиеларында уртаса эш хаҡы 49,5 мең һумға еткән. Өҫтөнлөклө йүнәлештәребеҙҙең береһе – һаулыҡ һаҡлауҙа ла уңыштарыбыҙ бар – былтыр 15 перинаталь үҙәк төҙөнөк. Яңы вакциналар өҫтөндә эш алып барып, грипҡа ҡаршы 4 валентлы вакцинаны теркәү тамамланды. Телекоммуникациялар, продукцияларҙы маркировкалау һ.б. эшмәкәрлек менән дә уңышлы шөғөлләнәбеҙ, тине “Ростех” етәксеһе.