-15 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Июль 2019, 02:22

Хеҙмәт етештереүсәнлегенә бюджет ярҙамы

“Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә булышлыҡ ҡылыу” милли проектын тормошҡа ашырыу өсөн Башҡортостан федераль бюджеттан 112,5 миллион һум аласаҡ.

“Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә булышлыҡ ҡылыу” милли проектын тормошҡа ашырыу өсөн Башҡортостан федераль бюджеттан 112,5 миллион һум аласаҡ.


Был хаҡта иҡтисади үҫеш министры вазифаһын башҡарыусы Лилиә Мәжитова белдерҙе. Аҡса төбәк предприятиеларында хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреүгә адреслы ярҙамға йүнәлтеләсәк.


Милли проект бурыстарына ярашлы, 2024 йылға тиклем сеймал булмаған база тармаҡтарында хеҙмәт етештереүсәнлеген 30 процентҡа арттырыу талап ителә. Быны үтәү өсөн беҙҙә 196 предприятиены үҫтереү мөһим, шуларҙың 50-һен – быйыл.


Әле Башҡортостанда был милли проектта 28 ойошма ҡатнаша. Уларҙа һаҡсыл етештереү принциптары индерелгән, сифатҡа ынтылыш талабы көсәйгән.


“Хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу маҡсаты – кешеләрҙе кәрәкмәгән эштәрҙән азат итеү. Был ыңғай һөҙөмтә бирәсәк. Ҡыҫҡартыуҙар булмаясаҡ, предприятиелар үҫешәсәк”, – тине был йәһәттән хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә республика етәксеһе Радий Хәбиров.
#нацпроекты
Читайте нас в