+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Июль 2019, 17:37

Президент ҡотланы

Рәсәй Президенты Владимир Путин фехтование буйынса донъя чемпионатында команда турнирында еңеү яулаған ҡатын-ҡыҙҙар командаһын ҡотланы.

Рәсәй Президенты Владимир Путин фехтование буйынса донъя чемпионатында команда турнирында еңеү яулаған ҡатын-ҡыҙҙар командаһын ҡотланы. Йыйылма команда составында Өфө рапирасылары Анастасия Иванова һәм Аделина Заһиҙуллина, шулай уҡ Инна Дериглазова һәм Лариса Коробейникова бар.
Донъя чемпионаты 15 июлдән 23-нә тиклем Венгрияның Будапешт ҡалаһында үтте. Сирек финалда рәсәйҙәр Көньяҡ Корея йыйылма командаһын 33:25 иҫәбе менән, ярым финалда американдар менән уйында 45:36 иҫәбе менән еңеүгә өлгәштеләр.
Финалда иһә Италия йыйылма командаһы менән көсөргәнешле уйында ярыш тамамланырға бер нисә секунд ҡалғас 43:42 иҫәбе менән еңеп, алтын миҙалдарға лайыҡ булдылар.
#ВладимирПутин
Читайте нас: