Ил етәксеһе хөкүмәткә инфекциялы сирҙәрҙе иммунопрофилактикалауҙың 2035 йылға тиклемге үҫеш стратегияһын әҙерләргә ҡушты.
Алдағы биш йылға дәүләт башлығы төп бурыстар рәтендә халыҡты тейешле иммунобиологик препараттар менән тәьмин итеүҙе билдәләне. Уларҙы етештереүҙең тулы циклы Рәсәйҙә яйға һалынырға тейеш. Бында һүҙ милли календарға индерелгән профилактик прививкалар һәм эпидемик күрһәткестәр буйынса прививкалар тураһында бара.
Һаулыҡ һаҡлау министрлығы үҙ сиратында Рәсәй төбәктәренең был препараттарға мохтажлығын өйрәнергә тейеш.