+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Июль 2019, 02:19

Яңы программа эшләнәсәк

Рәсәй Президенты Владимир Путин хөкүмәткә етем балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итеүҙең яңы программаһын эшләргә ҡушты.

Рәсәй Президенты Владимир Путин хөкүмәткә етем балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итеүҙең яңы программаһын эшләргә ҡушты.
Уның мөһим шарты – торлаҡ сифатлы булырға тейеш. Был турала документ Кремль сайтында донъя күргән.
Программа 2019 йылдың 1 сентябренә тиклем төҙөлөргә тейеш. Алдараҡ Дөйөм халыҡ фронтының медиафорумында президент 18 йәшен тултырған етем балаларҙың тораҡ проблемаһы тураһында һөйләгәйне. Ул ваҡытта ил башлығы уларҙың яртыһы һаман да сират көтөүе тураһында әйткәйне.
#ВладимирПутин
Читайте нас: