Уға ярашлы 1,5 йәштән 3 йәшкә тиклемге балалар пособиеһының күләме 200 тапҡырға - 50 һумдан 10 000 һумға тиклем артасаҡ. Бындай артыу һуңғы 25 йылда тәүге тапҡыр. Рәсәй Президенты Владимир Путин ата-әсәләргә социаль ярҙамдың артыуын гарантиялағайны инде. Хөкүмәттә пособие артыуҙың закон проекты әҙерләнгән. Ул 2020 йылдың 1 ғинуарынан бойомға ашырыла башлар тип көтөлә. Яңы пособиены 1,5 йәштән 3 йәшкә тиклемге бала ҡараған, уның һәр ағзаһына 2 йәшәү минимумынан кәмерәк килеме булған ғаиләләр аласаҡ. Пособие беренсе һәм икенсе балаға ғына түләнәсәк.