+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Июль 2019, 02:42

5 меңдән ашыу ауырыу асыҡланған

2019 йылдың тәүге алты айында “Һаулыҡ һағы” милли проектының «Һаулыҡ поезы» акцияһы сиктәрендә Башҡортостанда йәшәүселәрҙә биш меңдән ашыу ауырыу асыҡланған.

2019 йылдың тәүге алты айында “Һаулыҡ һағы” милли проектының «Һаулыҡ поезы» акцияһы сиктәрендә Башҡортостанда йәшәүселәрҙә биш меңдән ашыу ауырыу асыҡланған. Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығының өлкән халыҡҡа медицина ярҙамын ойоштороу бүлеге етәксеһе Елена Ғәлимуллина докладына ярашлы, биш маршрут буйынса тикшеренеүҙәрҙән һуң йомғаҡ яһалған.
Дыуан маршруты буйынса биш мең кеше ҡаралған, 7862 – тикшерелгән. Эш һөҙөмтәһенә 509 ауырыу асыҡланған. Нефтекама маршруты буйынса 10 мең кеше ҡаралған, 15 889 – тикшерелгән.1627 ауырыу осрағы асыҡланған. Октябрьский маршруты буйынса 17 меңдән ашыу ҡаралған һәм 16 меңдән күберәк тикшерелгән. Меңдән ашыу ауырыу осрағы асыҡланған. Стәрлетамаҡ маршруты буйынса туғыҙ меңдән ашыу кеше ҡаралған, 30 меңдән ашыу кеше тикшерелгән, 1466 ауырыу осрағы асыҡланған. Белорет маршруты буйынса 14 998 тикшереү осрағынан 400 самаһы ауырыу асыҡланған.
#нацпроекты
Читайте нас: