+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Июль 2019, 02:04

Бушлай юғары белем

Дәүләт Думаһында сит илдәр менән сиктәш Рәсәй төбәктәрендә юғары белем алыуҙы бөтөнләй бушлай итергә тигән тәҡдим индерелгән.

Дәүләт Думаһында сит илдәр менән сиктәш Рәсәй төбәктәрендә юғары белем алыуҙы бөтөнләй бушлай итергә тигән тәҡдим индерелгән. Был тәҡдимде фән һәм юғары белем биреү министры Михаил Котюковҡа Дәүләт Думаһы рәйесе урынбаҫары Борис Чернышов ебәргән. Хатта депутат сығарылыш класс уҡыусыларының яҡшы юғары уҡыу йортон ғына түгел, белем алғандан һуң һәйбәт эшкә урынлашыу мөмкинлеген дә һайлауы тураһында яҙған.
Әйтергә кәрәк, бер аҙна элек Рәсәй Президенты Владимир Путин илдең юғары уҡыу йорттарында бюджет урындарының ҡыҫҡарыуы көтөлмәй, 2020 йылда 400 мең студент бушлай юғары белем алыу хоҡуғына эйә буласаҡ, тип белдергәйне.
#ВладимирПутин
Читайте нас: