+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Июль 2019, 13:28

Өфөлә “Йәйләү” этно-фестивале

27-28 июлдә Өфөлә “Аҡбуҙат” ипподромында башҡорт ҡымыҙының “Йәйләү” этно-фестивале үтә.

27-28 июлдә Өфө ҡалаһында “Аҡбуҙат” ипподромында башҡорт ҡымыҙының “Йәйләү” этно-фестивале үтә.
Байрамға Башҡортостандың төрлө райондарынан ҡымыҙ яһау оҫталары үҙҙәренең иң яҡшы продукцияһын килтерәсәк. Сарала ҡымыҙсыларҙың съезы һәм ҡымыҙ яһаусыларҙы уҡытыу ҡаралған. Шулай уҡ улар республиканың иң яҡшы ҡымыҙ яһаусыһы исемен алыу өсөн көс һынашасаҡ.
Ойоштороусылар Өфө халҡын һәм ҡунаҡтарҙы сағыу байрам сараһына саҡыра. Унда һәр кемгә ҡыҙыҡлы шөғөл табыласаҡ. Программала этно-йәрминкә , концерт, балалар һәм өлкәндәр өсөн оҫталыҡ дәрестәре, этно-ихата, фотозона һәм балалар өсөн ял урыны булыуы көтөлә. Ғаилә менән ял итеү өсөн ҡымыҙ һәм сәй эсеү урындары, Аш маркет аҙыҡ-түлек фестивале үтәсәк.
Сараның икенсе көнөндә “ТЕРРА БАШКИРИЯ” ат сабышы турнирының сираттағы этабын ҡарау мөмкинлеге бар.
“Башҡорт ҡымыҙы” брендын тергеҙеү һәм пропагандалау маҡсатын ҡуйған фестиваль ауыл хужалығы продукцияһы етештереүсе кесе эшҡыуарлыҡҡа ярҙам булыр тип көтөлә.
Сара тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте : https://kumysfest.ru һылтанмаһы аша инеп уҡырға мөмкин.
Читайте нас: