-9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Июль 2019, 15:45

Ике ил етәксеһе осраша

Рәсәй һәм Ҡырғыҙстандың 2020 йылда уҙасаҡ IX төбәк-ара конференцияһына әҙерләнеү өсөн ойоштороу комитетының составын раҫланылар. Унда ике дәүләттең дә президенттары – Владимир Путин менән Сооронбой Жээнбеков ҡатнашасаҡ.

Әйткәндәй, сараны Екатеринбургта үткәреү хаҡында ҡарар март айында Бешкәктә уҙғарылған һигеҙенсе конференцияла ҡабул ителгәйне. Комитет ағзалары исемлеге Свердловск губернаторы Евгений Куйвашев менән килешелгән. Уларға 2020 йылда Рәсәйҙең һәм Ҡырғыҙстандың IX төбәк-ара конференцияһын әҙерләү бурысы ҡуйыла.

Ойоштороу төркөмөнә тармаҡ министрлыҡтары етәкселәре, эшҡыуарҙар, Екатеринбург мэрияһы, вуздар, шулай уҡ таможня һәм хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре ингән.

#ВладимирПутин
Читайте нас в