-1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Июль 2019, 21:30

Путин ни өсөн һыу аҫтына төшкән?

Рәсәй Президенты Владимир Путин Фин ҡултығында, батискаф менән һыу төбөнә төшөп, Бөйөк Ватан һуғышында «Семга» Щ-308 һыу аҫты кәмәһе батҡан урында булды.

Рәсәй Президенты Владимир Путин Фин ҡултығында, батискаф менән һыу төбөнә төшөп, Бөйөк Ватан һуғышында «Семга» Щ-308 һыу аҫты кәмәһе батҡан урында булды.

"Бөйөк Еңеү караптарына баш эйәбеҙ” экспедицияһы етәксеһе Константин Богданов дәүләт башлығына совет яугирҙәренең фашистарға ҡаршы Балтик буйындағы көрәше һәм «Семга»ның яҙмышы тураһында һөйләне.


Һыу аҫтында 30 минут тирәһе булғандан һуң , ил етәксеһе журналистар менән аралашты. Аҙаҡ карапҡа мемориаль таҡта урынлаштырған аквалангистар менән фекер алышты һәм уларға рәхмәт белдерҙе.
#ВладимирПутин
Читайте нас: