+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Июль 2019, 15:07

Ил Президенты парад ҡабул итә

Рәсәй Президенты Владимир Путин бөгөн Санкт-Петербургта Хәрби-Диңгеҙ Флоты көнө уңайынан уҙған тантаналарҙа ҡатнаша.

Рәсәй Президенты Владимир Путин бөгөн Санкт-Петербургта Хәрби-Диңгеҙ Флоты көнө уңайынан уҙған тантаналарҙа ҡатнаша. Ул “Раптор” катерында Оборона министры Сергей Шойгу һәм Хәрби Диңгеҙ Флоты баш командующийы Николай Евменов оҙатыуында Кронштадт рейды хәрби караптарының парады алдынан үтте һәм экипаждарҙы байрам менән ҡотланы.
Ошо уҡ көндө Президент Нева йылғаһы акваторияһында диңгеҙ парадын ҡабул итә. Быйыл был парадта 4 меңдән ашыу моряк һәм 43 хәрби карап, шулай уҡ Балтика, Төньяҡ, Ҡара Диңгеҙ һәм Каспий флотилиялары һыу аҫты кәмәләре, 41 осоу аппараты ҡатнаша. Беренсе тапҡыр парадта ҡатнашыу өсөн Санкт-Петербургҡа сит ил караптары: Һиндостандың “Таркаш” фрегаты, Ҡытайҙың “Сиань” эсминецы кергән.
#ВладимирПутин
Читайте нас: