-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Июль 2019, 17:27

Путин социаль эшҡыуарлыҡ тураһындағы законға ҡул ҡуйҙы

Был туралағы документ хоҡуҡи мәғлүмәт рәсми порталында донъя күргән. Уға ярашлы, социаль эшҡыуарлыҡ кесе һәм урта эшҡыуарлыҡтың айырым өлкәһе тип билдәләнгән һәм “социаль эшҡыуарлыҡ” һәм “социаль предприятие” төшөнсәләре закон менән нығытылған.

Был туралағы документ хоҡуҡи мәғлүмәт рәсми порталында донъя күргән. Уға ярашлы, социаль эшҡыуарлыҡ кесе һәм урта эшҡыуарлыҡтың айырым өлкәһе тип билдәләнгән һәм “социаль эшҡыуарлыҡ” һәм “социаль предприятие” төшөнсәләре закон менән нығытылған. Шулай уҡ документта эшҡыуарлыҡ субъекттарын был категорияға индереү критерийҙары һәм ударға махсус ярҙам юлдары күрһәтелгән.
Закон инвалидтарҙың, балалар йорттары тәрбиәләнеүселәренең һәм хаҡлы ялдағыларҙың эш менән һәм тейешле тауар һәм хеҙмәттәр менән тәьмин ителеү мәсьәләләрен хәл итә. Ил етәксеһе әйтеүенсә, яңы закон был өлкәгә әүҙем, инициативалы кешеләрҙе күберәк йәлеп итергә мөмкинлек бирәсәк.
#ВладимирПутин
Читайте нас: