+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Июль 2019, 11:51

Путинды Польшаға саҡыралар

Польшаның матбуғат секретары Блажей Спыхальский ил етәкселәренең Владимир Путинды Ҡыҙыл Армияның Освенцимды азат итеүҙең 75 йыллығы хөрмәтенә үткәреләсәк тантанаға саҡырырға йыйыныуын хәбәр иткән.

Польшаның матбуғат секретары Блажей Спыхальский ил етәкселәренең Владимир Путинды Ҡыҙыл Армияның Освенцимды азат итеүҙең 75 йыллығы хөрмәтенә үткәреләсәк тантанаға саҡырырға йыйыныуын хәбәр иткән. Был хаҡта ул Польша радиоһы аша белдергән.


"Киләһе йыл башында Освенцим музейы ойошторған сараға Путинға саҡырыу ебәреләсәк, сөнки Совет ғәскәрҙәренең лагерҙы азат итеүе тарихта бәхәс тыуҙырмаҫлыҡ дәлил", – ти был хаҡта ТАСС. Сара 2020 йылдың 27 ғинуарында уҙғарыла.

#ВладимирПутин
Читайте нас: