+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Июль 2019, 02:45

Милли проект сиктәрендә1

“Хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреү һәм мәшғүллеккә булышлыҡ ҡылыу” милли проектына ярашлы, Башҡортостан Хөкүмәте менән “ГАЗ” йәмғиәте араһында республика предприятиеларына ошо компанияның заманса ойоштороу, идара итеү тәжрибәһе өлгөләрен индереү тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды.

Һөҙөмтәлә “Автонормаль” Бәләбәй заводы, “Гидравлика”, “Белорет рессор һәм пружиналар заводы” сәнәғәт предприятиеларына яңы эш алымдары индереләсәк. Шулай уҡ Башҡортостанға “ГАЗ”дан бер нисә йөҙ автобус алынасаҡ, сервис хеҙмәтләндереүе программаһы буйынса бәйләнешкә лә иҫәп тотола, тип хәбәр ителә Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш министрлығы матбуғат хеҙмәтендә.

“ГАЗ” – Рәсәйҙә алдынғы коммерция транспорты етештереүсе. Унда бәләкәй һәм урта бизнес, сәнәғәттең төрлө тармаҡтары, коммуналь хужалыҡ, медицина, мәғариф учреждениелары өсөн автомобилдәр эшләнә. “ГАЗ” илебеҙҙең йөк машиналары, автобустар, двигателдәр, автокомпоненттар сығарылған ҙур предприятиеларын берләштергән холдингтың төп ойошмаһы булып тора.
#нацпроекты
Читайте нас: