+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
31 Июль 2019, 14:58

Ҡоролоҡтан яңы ҡоролма ҡотҡара

Ейәнсура районы хужалыҡтарында ҡоролоҡтан ҡурҡмайҙар, сөнки районда өр-яңы "Valley" заманса һуғарыу системаһы эшләй.

Ейәнсура районы хужалыҡтарында ҡоролоҡтан ҡурҡмайҙар, сөнки районда өр-яңы "Valley" заманса һуғарыу системаһы эшләй.
Республикала аналогы булмаған ҡоролмалар 250 гектар майҙанда урынлаштырылған һәм А7 Агро ауыл хужалығы предприятиеһының яңы малсылыҡ комплексы территорияһын тулыһынса биләп тора. Уның ярҙамында сифатлы һуғарыу йәй әйләнәһенә йәшел массаны 2-3 тапҡыр сабырға һәм ферманы мал аҙығы менән тулы кимәлдә тәьмин итергә мөмкинлек бирә.
Бөгөн, 31 августа республика киң мәғлүмәт саралары вәкилдәренә район белгестәре был ҡоролманың презентацияһын уҙғара. Сарала Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығының Мелиорация департаменты директоры Валерий Жуков, республиканың Ауыл хужалығы министрлығы етәкселеге ҡатнаша.
Читайте нас: