+12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Август 2019, 00:22

“Фән” проекты сиктәрендә - ғилми-белем биреү үҙәге

Республикала Башҡортостан Фәндәр академияһы һәм бер нисә юғары уҡыу йорто базаһында донъяуи кимәлдәге ғилми-белем биреү үҙәге асыу планлаштырыла. Был эш “Фән” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.

Республикала Башҡортостан Фәндәр академияһы һәм бер нисә юғары уҡыу йорто базаһында донъяуи кимәлдәге ғилми-белем биреү үҙәге асыу планлаштырыла. Был эш “Фән” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.

Үҙәктәге хеҙмәт углеводородтарҙы табыу һәм эшкәртеүҙең һөҙөмтәһен күтәреүгә йүнәлтеләсәк.

“Рәсәйҙең 20 ҡалаһы менән бер рәттән, Өфө иҡтисади үҫештең перспективалы урыны тип аталды. Ошо нигеҙҙә унда донъяуи кимәлдәге ғилми-белем биреү үҙәге булдырырға ҡарар ителде”, – тип хәбәр иттеләр республиканың Үҫеш корпорацияһы матбуғат хеҙмәтенән. Милли проектты тормошҡа ашырыу буйынса эшсе төркөмдөң етәксеһе итеп Башҡортостан Хөкүмәтенең Премьер-министр урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Ленара Иванова тәғәйенләнгән.
Учреждение киләһе йыл булдырылыр тип күҙаллана. Ул республиканың нефть техник, авиация техник университеттарын, классик юғары уҡыу йорттарын Рәсәй Фәндәр академияһының Башҡортостандағы филиалы менән берләштерәсәк.

“Фән” милли проектының бурыстарына ярашлы, 2024 йылға Рәсәй ғилми-технологик үҫеш йәһәтенән донъяла алдынғы илдәр иҫәбенә инергә тейеш.
#нацпроекты
Читайте нас: