+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Август 2019, 23:17

Ағинәйҙәр күңеле – талир тәңкә

Бөгөн хозур тәбиғәтле Таш-Аҫты ауылы эргәһендә, мәғрүр Уҡлыҡая итәгендәге аҡланда республика “Ағинәйҙәр” йәмәғәт ойошмаһының йыйыны үтте. Ихласлыҡ, алсаҡлыҡ бөркөлөп торған “Сигеүҙәрҙә – күҙ нуры” тип исемләнгән был күркәм байрамда ғафуриҙар Башҡортостандың 41 районы, Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Октябрьский, Мәләүез, Кумертау, Межгорье ҡалалары, Силәбе өлкәһе ағинәйҙәрен ҡаршы алды.

Бөгөн хозур тәбиғәтле Таш-Аҫты ауылы эргәһендә, мәғрүр Уҡлыҡая итәгендәге аҡланда республика “Ағинәйҙәр” йәмәғәт ойошмаһының йыйыны үтте. Ихласлыҡ, алсаҡлыҡ бөркөлөп торған “Сигеүҙәрҙә – күҙ нуры” тип исемләнгән был күркәм байрамда ғафуриҙар Башҡортостандың 41 районы, Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Октябрьский, Мәләүез, Кумертау, Межгорье ҡалалары, Силәбе өлкәһе ағинәйҙәрен ҡаршы алды. Мәртәбәле ҡунаҡтар: Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, БДМУ-ның медицина генетикаһы һәм фундаменталь медицина кафедраһы профессоры Сәлиә Мырҙабаева, Башҡортостан “Ағинәйҙәр” ойошмаһы рәйесе Гөлфиә Янбаева, “Башҡортостан” телерадиокомпанияһы телерадио сәнғәт студия-мәктәбе директоры, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәй Федерацияһы һәм Татарстан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Шәүрә Ғилманова, БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультеты доценты, филология фәндәре кандидаты Зөләйха Хәбибуллина, билдәле шағир Салауат Әбүзәр, БР Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры Илгиз Солтанморатов, Башҡортостан юлдаш телевидениеһы “Тамыр” телеканалы директоры Гөлназ Ҡолһарина, шағирә, журналист Лариса Абдуллина ла булды сарала. Районыбыҙ ағинәйҙәре ҡунаҡтарҙы 8 тирмәлә ҡабул итеп, тәмле аштар менән һыйланы, оҫталыҡ дәрестәре күрһәтте, тәжрибәләре менән уртаҡлашты.
Район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙов ҡунаҡтарҙы һәм йыйында ҡатнашыусыларҙы ихлас тәбрикләп, Гөлфиә Гәрәй ҡыҙына һәм район Ағинәйҙәр ойошмаһының әүҙем ағзаларына хакимиәттең Рәхмәт хаттарын тапшырҙы. Район Советы секретары Рәшит Сәйетгәрәй улы Монасипов Үзбәк ауылынан Флүрә Иҙрисова, Еректән Гөлшат Дәүләтова, Родина-Ватан ауылынан Фәнүзә Латипова, Юлыҡтан Рәйлә Юлыҡова, Имәндәштән Рәзилә Зөбәйҙуллина, Красноусолдан Гөлшат Вәлиеваны район Советының Маҡтау грамоталары менән бүләкләне. Ҡул эштәре оҫталары Сәйетбабанан Альмира Вәлиева, Ҡауарҙынан Нәфисә Ҡужина, Мәндемдән Ғәлиә Әбсәләмова, Табындан Флүрә Килмөхәмәтова, Имәндәштән Рәмилә Мәхмүтова республика Ағинәйҙәр ойошмаһының Рәхмәт хаттары һәм бүләктәр менән тәбрикләнде.
Йыйынға килгән ҡунаҡтар “Өләсәйем һандығы” (Имәндәш), “Йыйын” (Сәйетбаба), “Ҡатыҡ тәмләшеү”(Табын-Родина) йолаларын ҡарап һоҡланды, йыр-моңдарға ҡушылып йырланы, дәртле көйгә бейергә лә төштө. Йыйынға килеүселәр районыбыҙҙың тәбиғәтенә, хужаларҙың ҡунаҡсыллығына, байрамдың юғары кимәлдә, күтәренке кәйефтә үтеүенә һоҡланыуҙарын йәшермәне.
Читайте нас: