3 йылдан республиканың 2700 социаль объекты “Рәсәй Федерацияһында һанлы иҡтисад” милли проекты сиктәрендә Интернетҡа тоташтырыласаҡ. Бөтә медицина, белем биреү учреждениелары, полицияһәм янғын һүндереү бүлектәре, һайлау участкалары һәм урындағы үҙидара органдары 10 – 100 Мбит/с тиҙлектәге Интернет менән ҡуллана аласаҡ.
Был милли проект 2024 йылға тиклем дауам итә. Уның паспортында алты федераль проект: һанлы мөхитте көйләү, мәғлүмәт инфраструктураһы, һанлы иҡтисад өсөн кадрҙар, мәғлүмәт хәүефһеҙлеге, һанлы технологиялар һәм һанлы дәүләт идаралығы. Был проекттарҙы тормошҡа ашырыуға хөкүмәт 6 йыл һуҙымында 1,5 трлн һум аҡса йүнәлтә.