+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Август 2019, 22:58

Эш урындарында сәләмәтлекте тикшерергә уйлайҙар

Рәсәйҙә эш урындарында: цех һәм офис табиптары тәжрибәһен тергеҙергә уйлайҙар. “Известия” гәзите мәғлүмәттәре буйынса, Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 20 августҡа тиклем Министрҙар кабинетына офис медпункттарын ойоштороу тураһында тәҡдимдәрен әҙерләп бирергә тейеш.

Рәсәйҙә эш урындарында: цех һәм офис табиптары тәжрибәһен тергеҙергә уйлайҙар. “Известия” гәзите мәғлүмәттәре буйынса, Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 20 августҡа тиклем Министрҙар кабинетына офис медпункттарын ойоштороу тураһында тәҡдимдәрен әҙерләп бирергә тейеш. Производствола медицина хеҙмәткәрҙәренең барлыҡҡа килеүе ойошмаларҙағы хәүефһеҙ мөхиткә булышлыҡ итә, хеҙмәтсәндәрҙең физик һәм психологик сәләмәтлегенә ыңғай йоғонто яһай тип билдәләнә. Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса тормошҡа ашырыласаҡ “Һаулыҡ һағы” милли проекты сиктәрендә 1,7 трлн һум аҡса тотоноу күҙаллана. Уға ярашлы йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәрен профилактикалау, 140 ҡан тамыры үҙәген һәм 469 беренсел ҡан тамыры бүлексәһен заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыу һ.б. ҡаралған. Проекттың маҡсаты: рәсәйҙәрҙең ғүмер оҙонлоғон 78 йәшкә тиклем арттырыу.
#ВладимирПутин

Читайте нас: