+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Август 2019, 01:05

Халыҡ-ара хәрби уйындар бара

Рәсәй Президенты Владимир Путин 3 августа башланған Халыҡ-ара армия уйындарында ҡатнашыусыларҙы сәләмләне. Ярыштарҙа 21 илдән 400-ҙән ашыу хәрби ҡатнаша.

Рәсәй Президенты Владимир Путин 3 августа башланған Халыҡ-ара армия уйындарында ҡатнашыусыларҙы сәләмләне. Ярыштарҙа 21 илдән 400-ҙән ашыу хәрби ҡатнаша.
Төрлө илдәрҙең хәрбиҙәре ҡатнашлығында йыл һайын үткәрелеп килгән ярыштар матур традицияға әйләнгән. Унда иң яңы заманса хәрби техника өлгөләре күрһәтелә, хәрбиҙәр юғары һөнәри әҙерлектәрен иҫбатлай. Ил етәксеһе әйтеүенсә, уйындарҙың форматы халыҡ-ара хеҙмәттәшлеккә, илдәр хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә, дәүләттәрҙең берләшеүенә булышлыҡ итә. Президент бар ҡатнашыусыларға ла уңыштар, еңеүҙәр, ә тамашасыларға ҡыҙыҡлы, сағыу тамаша теләне.
Халыҡ-ара армия уйындарының “Десант взводы” конкурсы Псков өлкәһендә үтә.
#ВладимирПутин
Читайте нас: