-17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Август 2019, 01:18

Китаптар – һанлы форматта

Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала 2024 йылға тиклем “Мәҙәниәт” милли проектының “Һанлы мәҙәниәт” проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә 600 китап ҡомартҡыһы һанлы форматҡа күсереләсәк.

Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала 2024 йылға тиклем “Мәҙәниәт” милли проектының “Һанлы мәҙәниәт” проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә 600 китап ҡомартҡыһы һанлы форматҡа күсереләсәк.


Йыл һайын 100 дана электрон формаға әйләндерелеп, улар Милли электрон китапханаға ҡуйыласаҡ. Мәҫәлән, быйыл уҡ уның сайтындағы “Китап ҡомартҡылары” бүлегендә тыуған яҡты өйрәнеү буйынса 100 электрон китап ҡуйыласаҡ. Улар XX быуат башында донъя күргән. Шулай уҡ 50 китап дәүләт күрһәтмәһен үтәү сиктәрендә һанлы форматҡа күсереләсәк. Улар иҫәбендә – Мәжит Ғафури, Шәйехзада Бабич, Дауыт Юлтый һәм башҡа билдәле яҙыусыларҙың тәүге донъя күргән әҫәрҙәре, Башҡортостан халыҡтарының теле, мәҙәниәте, көнкүреше үҫешен сағылдырған әҙәбиәт.


Китапхананың ҡулъяҙмалар һәм һирәк баҫмалар бүлегендә 20 меңгә яҡын уникаль баҫма һаҡлана, улар ғалимдарҙа һәм тыуған яҡты өйрәнеүселәрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра.
#нацпроекты
Читайте нас в