+2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Август 2019, 01:13

Путин законға ҡул ҡуйҙы

Президент Владимир Путин күпселек ғаиләләргә беренсе һәм икенсе балаға айлыҡ түләүҙәрҙе һәм балаға 3 йәш тулғанға тиклем пособие алыу мөмкинлеге биргән законға ҡул ҡуйған.

Президент Владимир Путин күпселек ғаиләләргә беренсе һәм икенсе балаға айлыҡ түләүҙәрҙе һәм балаға 3 йәш тулғанға тиклем пособие алыу мөмкинлеге биргән законға ҡул ҡуйған.
Әлеге ваҡытта айлыҡ түләүҙәр ғаилә ағзаларының йән башына уртаса килеме төбәктәге эшкә яраҡлы халыҡтың йәшәү минимумының 1,5 тапҡыр дәүмәленән артмаған осраҡта түләнә. Яңы закон буйынса, был күрһәткес 2 тапҡырҙан артмаған осраҡта түләнәсәк. Ошо категория ғаиләләргә шулай уҡ йәшәү минимумы күләмендә 1,5 йәштән 3 йәшкә тиклем беренсе һәм икенсе балаға айлыҡ түләүҙәр билдәләнә. Был үҙгәрештәр беренсе һәм икенсе бала тыуған ғаиләләрҙең 70 процентына ҡағыласаҡ. 2020 йылдың 1 ғинуарынан 45 мең самаһы килеме булған ғаиләләр 10 мең күләмендә балалар пособиеһы аласаҡ.
#ВладимирПутин
Читайте нас: