-23 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Август 2019, 12:05

“Алға” картаһын почта бүлексәләрендә алырға була

Башҡортостанда йәшәүселәр «Рәсәй почтаһы» бүлексәләрендә 1500-ҙән ашыу «Алға» транспорт картаһын һатып алған.

Башҡортостанда йәшәүселәр «Рәсәй почтаһы» бүлексәләрендә 1500-ҙән ашыу «Алға» транспорт картаһын һатып алған.
«1 июлдән почта бүлексәләрендә «Алға» карталары һатыла башланы. Хәҙер уны Өфө һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларында «Рәсәй почтаһы» бүлексәләрендә һатып алырға мөмкин. Тиҙҙән уларға Салауат та өҫтәлә. Артабан карталар, проекттың географияһы киңәйеүенә ҡарап, башҡа бүлексәләрҙә лә булырға тейеш», - тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына Башҡортостандың федераль почта идаралығы директоры Ирек Ғәлимов.
Башинформ агентлығы хәбәр итеүенсә,1 августан «Алға» транспорт картаһын почта бүлексәләрендә лә тулыландырырға мөмкин.
Был осраҡта бер ниндәй ҙә өҫтәмә комиссиялар алынмай. Аҡса онлайн режимында күсерелә. Яңы сервис Башҡортостанда урынлашҡан «Рәсәй почтаһы»ның теләһә ниндәй 1280 бүлексәһендә эшләй.
Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса 1 июлдән Башҡортостанда “Алға” берҙәм транспорт картаһын индереү проекты башланды.
Транспорт картаһы 50 һум тора. Халыҡтың льготалы категориялары өсөн барлыҡ льготалар һаҡлана.
Мобиль ҡушымта пассажирҙарға уңайлы ярҙамсы булырға тейеш. Ул тулыһынса әҙер һәм 1 сентябрҙән эшләй башлай.
Читайте нас в