+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Август 2019, 00:38

Һәләтле балаларға дәүләт ярҙамы

Рәсәй Президенты Владимир Путин Сочиҙағы “Сириус” белем биреү үҙәгендә “һәр баланың үҙ һәләтен күрһәтергә мөмкинлеге булырға тейеш, ә айырыуса һәләтлеләргә дәүләт ярҙам итергә тейеш”, тине.

Рәсәй Президенты Владимир Путин Сочиҙағы “Сириус” белем биреү үҙәгендә “һәр баланың үҙ һәләтен күрһәтергә мөмкинлеге булырға тейеш, ә айырыуса һәләтлеләргә дәүләт ярҙам итергә тейеш”, тине.
Ил етәксеһе “Сириус”ҡа йылына бер нисә тапҡыр килә. Беҙ “Сириус”ты талантлы һәр бала өсөн асыҡ учреждение булараҡ төҙөнөк, тип билдәләне ил етәксеһе. 2015 йылдан бирле уны 30 меңдән ашыу һәләтле бала тамамлаған.
Быйылдан башлап халыҡ-ара олимпиадаларҙа миҙал алған уҡыусылар һәм уларҙың тренерҙары (алтын призерҙар – 1 млн һум, көмөш һәм бронза призерҙар 500 һәм 400 мең һум күләмендә) президент премиялары аласаҡ. Былтыр “Сириус”ты тамамлаусылар халыҡ-ара кимәлдәге олимпиадаларҙа 33 миҙал яулаған. 2020 йылдан юғары күрһәткестәргә өлгәшкән юғары уҡыу йорттары студенттары өсөн президент гранттары программаһын киңәйтеү күҙаллана. 20 мең һум күләмендәге айлыҡ түләүҙәрҙе магистратура студенттары ла аласаҡ.
#ВладимирПутин
Читайте нас: