+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Август 2019, 00:43

Заманса мәктәптәрҙә яңы уҡытыу алымдары

“Мәғариф” милли проектына ярашлы, Рәсәй мәктәптәренә уҡытыуҙың өр-яңы алымдары һәм программалары индерелә башланы, ул эҙмә-эҙлекле дауам итә. Ә инде күптәребеҙ күнеккән элекке эш алымдары тарихта тороп ҡаласаҡ.

Мәҫәлән, 2021 йылда тулыһынса мәктәптәрҙәге икенсе смена бөтөрөләсәк. Әйткәндәй, республикабыҙҙа был тәңгәлдә эштәр маҡсатлы алып барыла. Бынан тыш, 2024 йылдың аҙағына, дөйөм алғанда, белем усаҡтарында 230 мең яңы урындар барлыҡҡа киләсәк. Шул уҡ ваҡытта яңы мәктәптәрҙең асылыуы тураһында һөйләп тораһы ла түгел. Ата-әсәләрҙең һәм йәмәғәт ойошмаларының мәғариф системаһының айырылғыһыҙ өлөшө булыуы ла айырым иғтибарға лайыҡ.
#нацпроекты
Читайте нас: