+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Август 2019, 19:40

Үҙ контейнерҙарыбыҙ яҡшыраҡ

Көйөргәҙе районы район хакимиәте башлығы Юлай Ильясов социаль селтәрҙәрҙә сүп-сар контейнерҙары етештереүсе эшҡыуар тураһында яҙып сыҡты.

Көйөргәҙе районы район хакимиәте башлығы Юлай Ильясов социаль селтәрҙәрҙә сүп-сар контейнерҙары етештереүсе эшҡыуар тураһында яҙып сыҡты.
“Машхимтрейд” ЯСЙ-һе вәкиле Игорь Ступин металдан евроконтейнерҙар яһай. Контейнерҙар ярым түңәрәк формала, был уны сүп-сарҙан тулыһынса таҙартырға мөмкинлек бирә. Шулай уҡ улар пластиктарына ҡарағанда осһоҙораҡ та, Европа стандарттарына ла яуап бирә. Етештереүселәр тимер контейнерҙар оҙағыраҡ хеҙмәт итәсәк тип билдәләй. Яңы контейнерҙарҙың төп өҫтөнлөгө – беҙҙәге һалҡын ҡыштарға яраҡлашҡан булыуы.
Билдәле булыуынса, Башҡортостан Хөкүмәте тарафынан сүп-сар контейнерҙарын һатып алыуға һәм ҡалдыҡтар йыйыу майҙансыҡтарын төҙөкләндереүгә 500 миллион һум аҡса бүлегән. Көйөргәҙе районы башлығы Юлай Ильясов үҙебеҙҙә етештерелгән контейнерҙарҙы ҡулланырға тәҡдим итә.
Читайте нас: