Президент Владимир Путин төбәк етәкселәре менән осрашыуҙарын дауам итә. Волгоград өлкәһе губернаторы Андрей Бочаров менән әңгәмәлә аҙыҡ-түлек тәьмин итеү хәүефһеҙлеге буйынса һөйләшеү алып барған. Владимир Путин Ырымбур өлкәһе губернаторы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Денис Паслерға төбәк үҫешенә ҡағылышлы проблемалар булһа тура үҙенә мөрәжәғәт итергә ҡушҡан.