+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Август 2019, 20:07

Бөгөн Стәрлетамаҡ ҡалаһы “Ҡатын-ҡыҙ бәхете территорияһы”на әйләнде

Стәрлетамаҡтың Ҡала мәҙәниәт һарайында “Ҡатын-ҡыҙ бәхете территорияһы” академияһы төрлө йәштәге төрлө һөнәр эйәһе ҡатын-ҡыҙҙарҙы бергә йыйҙы

Стәрлетамаҡтың Ҡала мәҙәниәт һарайында “Ҡатын-ҡыҙ бәхете территорияһы” академияһы төрлө йәштәге төрлө һөнәр эйәһе ҡатын-ҡыҙҙарҙы бергә йыйҙы.
Унда ҡатын-ҡыҙҙарға һәм балаларға оҫталыҡ дәрестәре, тренингтар, күргәҙмәләр ойошторолдо, республиканың әйҙәүсе табиптары, педагогтары консультациялар бирҙе, бушлай матурлыҡ салондары эшләне. Мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙанда ҡыҙыҡлы күңел асыу программаһы әҙерләнгәйне.
Сарала мәртәбәле ҡунаҡтар Каринэ Хәбирова, Федерация Советы ағзаһы Лилиә Ғүмәрова, вице-премьер вазифаһын башҡарыусы Ленара Иванова һәм башҡа рәсми кешеләр ҡатнашты. Меңгә яҡын ҡатнашыусы алдында халыҡ-ара кимәлдәге тренер-коуч Сергей Капица “Һине бәхет көтә” тигән лекция уҡыны.
Читайте нас: