-15 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Август 2019, 02:46

Путин Ырымбур губернаторы менән осрашты

Рәсәй Президенты Владимир Путин Ырымбур өлкәһе губернаторы Денис Паслер менән осрашты һәм яңы социаль учреждениелар төҙөү, юл төҙөкләндереү мәсьәләләрен тикшерҙе.

Рәсәй Президенты Владимир Путин Ырымбур өлкәһе губернаторы Денис Паслер менән осрашты һәм яңы социаль учреждениелар төҙөү, юл төҙөкләндереү мәсьәләләрен тикшерҙе.


Денис Паслер ил башлығына төбәктәге хәл тураһында һөйләне. Ул шулай уҡ “Мәғарифты үҫтереү” дәүләт программаһын һәм “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектын тормошҡа ашырыу өсөн өҫтәмә ярҙам һораны.


Рәсәй Президентының Ырымбур губернаторы менән осрашыуы Кремлдә үтте. Хәбәр ителеүенсә, өҫтәмә аҡса бүлеү төбәккә алты мең саҡрымдан ашыу юлды төҙөкләндереү (әйткәндәй, был өлкәләге бөтә юлдың яртыһын тәшкил итә), шулай уҡ 20 яңы мәктәп һалыу, балаларға 17 меңдән ашыу өҫтәмә урын булдырыу мөмкинлеген бирәсәк.
#ВладимирПутин
Читайте нас в