9 августа «Башавтотранс» предприятиеһы ҡала- ара, ҡала һәм ҡала яны маршруттарын хеҙмәтләндереү өсөн 110 «Форд Транзит» маркалы автобус алды. Уларҙың 55-е ҡала-ара маршруттарҙы хеҙмәтләндерә һәм республиканың баш ҡалаһын бөгөнгә тиклем даими автобус бәйләнеше булмаған район үҙәктәре менән тоташтыра, тағы ла 55-е ҡала янында эшләй.
«Беҙ «Башавтотранс»ҡа 1 сентябргә тиклем дәүләт ташыусыһы автобустары республиканың барлыҡ райондарын Өфө менән тоташтырырға тейеш тигән бурыс ҡуйғайныҡ. Тап «Башавтотранс» социаль ташыуҙарҙы тәьмин итә һәм коммерция автобустарынан айырмалы рәүештә ул хатта ике пассажирҙы ла йөрөтә. «Башавтотранс»ты ни өсөн һаҡлап ҡалыуыбыҙҙың мәғәнәһе лә шунда. Уларға ҙур автобустарҙың тәүге партияларын тапшырҙыҡ та инде. Бөгөн - 110, киләһе аҙнала тағы ла 100 автобус бирәбеҙ. Дөйөм алғанда, яҡынса 550 автобус. Бөгөн 16 Өфө пассажир автотранспорт предприятиеһы автобуслы була», - тине Радий Хәбиров.
Республика етәксеһе район пассажирҙар ташыу идаралыҡтары етәкселәренә автобус асҡыстары тапшырҙы. Ул шулай уҡ Башҡортостан кеүек ҙур республиканың пассажирҙар ташыу буйынса үҙенең дәүләт компанияһы булырға тейешлеген билдәләне. Радий Хәбиров компанияны һаҡлап ҡалыу өсөн к=п көс һалғандарҙың барыһына ла рәхмәт белдерҙе һәм бөгөн уның аяҡҡа баҫа башлауын әйтте.