+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Август 2019, 18:47

“Торатау”ҙа финалға сығыусы идарасылар билдәләнә

Бөгөн, 10 августа, Өфөлә «Торатау» конгресс-холында сағыу, заманса һәм һәләтле идарасылар табыу өсөн республика Башлығы Хакимиәте башланғысы менән үткәрелгән «Башҡортостан лидерҙары» кадрҙар проектының «Идара итеү командаһы 2020-2025» конкурсының финалға сығыусыларын билдәләйҙәр. Бөтәһе конкурстың сайтында 3500-ҙән ашыу кеше ғариза ҡалдырған. Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, 195 кеше ярымфиналға сыҡҡан.

Өфөлә бөгөн, 10 августа, «Торатау» конгресс-холында сағыу, заманса һәм һәләтле идарасылар табыу өсөн республика Башлығы Хакимиәте башланғысы менән үткәрелгән «Башҡортостан лидерҙары» кадрҙар проектының «Идара итеү командаһы 2020-2025» конкурсының финалға сығыусыларын билдәләйҙәр. Бөтәһе конкурстың сайтына 3500-ҙән ашыу кеше ғариза ҡалдырған. Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, 195 кеше ярымфиналға сыҡҡан.
Көн дауамында улар баһалау сараларында ҡатнашырға, команда менән дә, үҙаллы ла эшләргә тейеш. Ярымфинал барышында ҡатнашыусыларға конкурс остаздары советы алдында үҙҙәренең проекттары менән таныштырыу мөмкинлеге ҡаралған. Проекттың презентацияһы ярымфиналда ҡатнашыу өсөн мотлаҡ шарт түгел, баһалағанда ҡатнашыусыға өҫтәмә балл бирмәй. Әммә был - үҙеңдең проектың хаҡында һөйләү, эксперт баһаһын, уны тормошҡа ашырғанда ярҙам алыу мөмкинлеге.
Конкурстың төп бүләге - дәүләт структураларында етәкселек эшенә тәҡдим, уны 50 ҡатнашыусы алырға тейеш.
Ҡатнашыусыларҙың уртаса йәше - 34. Иң өлкәненә 45 йәш. Ир-егеттәр 83% тәшкил итә. Ҡатнашыусыларҙың 75 проценты Өфөнән. Ярымфиналсыларҙың 12%-ы дәүләт хеҙмәтендә эшләй, 8%-ы - ҡаҙылма байлыҡтар сығарыу һәм эшкәртеү, 12%-ы финанс эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә, 7%-ы төҙөлөштә мәшғүл, 15%-ы - сәнәғәтселәр. Ҡатнашыусыларҙың 5%-ы - мәғариф һәм тәрбиә биреү, 4%-ы - фән, 6%-ы медицина өлкәһенән.

Читайте нас: