+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Август 2019, 03:07

Торлаҡ өсөн аҡса туплау проекты

“Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектына ярашлы, республикала “Торлаҡ төҙөү өсөн аҡса туплау” системаһы проекты тормошҡа ашырыла. Ул Башҡортостан халҡына йыллыҡ проценты 5,5-7 процент булған ипотека кредитын алыу мөмкинлеген бирә.

Был милли проект Рәсәй Президенты Владимир Путин май айында ҡабул иткән Указды ғәмәлгә ашырыу йәһәтенән төп йүнәлештәрҙең береһен тәшкил итә. Башҡортостан төбәк компоненты – “Башҡортостан Республикаһы ипотекаһы” проекты эшләнгән төбәктәр иҫәбенә инә.

Был проекттың үҙенсәлеге шунда: граждандар партнер банктарҙа өс-алты йыл дауамында тәүге иғәнәгә аҡса туплай һәм субсидия, республика бюджетынан күсерелгән аҡсаның 30 процентына тиклем премия ала. Иғәнә тупланғас, был кешегә күсемһеҙ милек алыуға йылына 5,5-7 процент ставкаһы буйынса ипотека кредиты бирелә.

Әле ошо проект буйынса 1 700 ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан, ете меңе әле иғәнәгә аҡса туплай.
#нацпроекты; #национальныепроекты
Читайте нас: