Унда Президент өлкәнең илебеҙ иҡтисадына, ауыл хужалығы һәм фән тармағына, мәҙәниәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһенә индергән өлөшөн билдәләй. Кострома еренең Рәсәйгә һәм донъяға киң билдәле ғалимдары, яҙыусы-шағирҙары, меценаттары һәм ижади һөнәр эйәләренең күп булыуын, Кострома ерендә тыуған уникаль һөнәр һәм кәсеп итеү төрҙәре менән хаҡлы рәүештә ғорурлана алаһығыҙ, тиелә телеграммала.