+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Август 2019, 23:44

Матди-техник база нығытыла

“Һаулыҡ” милли проектына ярашлы, республикалағы медицина ойошмалары өсөн дефибрилляторҙар һатып алына. Бындай сара амбулатория, поликлиникаларҙың матди-техник базаһын нығытыуға йүнәлтелә. Атап әйткәндә, аппаратты төбәктәге 26 поликлиника алған.

Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтендә билдәләүҙәренсә, проект халыҡтың йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарынан үлем кимәлен түбәнәйтеүгә йүнәлтелә. Статистикаға күҙ һалһаҡ, Рәсәйҙә йыл һайын 30 меңгә яҡын кеше йөрәге ҡапыл туҡтауҙан вафат була. Табиптар билдәләүенсә, бындай хәлдәрҙә стационарҙан ситтә ғүмерҙе һаҡлап ҡалыу мөмкинлеге ни бары биш процентҡа тиң.

#нацпроекты
Читайте нас: