Әбйәлил районының “Красная Башкирия” ауыл хужалығы кооперативында 800 баш һауым һыйырына роботлаштырылған һөт-тауар фермаһы төҙөлә. Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйында республика хөкүмәтенең вице-премьер вазифаһын башҡарыусы – БР ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов һәм кооперативтың рәйесе Раил Фахрисламов инвестиция килешеүе тураһында документҡа ҡул ҡуйғайны.
Бынан алда проект “Инвест-сәғәт”тә ҡаралғайны. Уны тормошҡа ашырыу йыл һайын Европа стандарттарына яуап биргән 9 мең тонна юғары сифатлы һөт етештерергә булышлыҡ итәсәк. Инвестициялар күләме 460 млн һумдан ашыу тәшкил итә. Раил Фахрисламов әйтеүенсә, тәүҙә Көнбайыш Европа илдәренең тәжрибәһе өйрәнелә һәм республика өсөн оптималь вариант һайланған. Ферма 12 автоматлаштырылған һөт һауыу аппараты, малдарға аҙыҡ биреүсе роботтар һәм автоматлаштырылған йыйыштырыусылар менән йыһазландырыла. Заманса техника менән эшләр өсөн юғары квалификациялы белгестәр йәлеп ителә.
Рәсәйҙә бындай проекттар әлегә юҡ. Тоҡомло малдар һәм ҡорамалдарҙы алыуға сығымдарҙың бер өлөшө ауыл хужалығына ярҙам итеү программалары сиктәрендә ҡаплатыла.