+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Август 2019, 18:54

Генерал Шайморатовҡа – 120 йыл

15 августа Ҡыҙыл Армияның легендар генералы Миңлеғәле Шайморатов тыуған. Ул Ҡырмыҫҡалы районының Биштәкә ауылында донъяға килә.

15 августа Ҡыҙыл Армияның легендар генералы Миңлеғәле Шайморатов тыуған. Ул Ҡырмыҫҡалы районының Биштәкә ауылында донъяға килә.
Бөйөк Ватан һуғышында данға күмелгән генерал 1-се Айырым кавалерия полкын етәкләй, ә 1941 йылдың декабренән 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы башында Дондан Эльбаға тиклем яу юлдарын үтә. Данлы кавалерияның 3860 яугиры орден һәм миҙалдар менән наградланған,78-е – Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булған, 5-һе - Дан орденының тулы кавалерҙары. Генерал Шайморатов үҙе ике Ҡыҙыл Байраҡ ордены, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены һәм миҙалдар менән бүләкләнгән. Ул 1943 йылдың 23 февралендә Донбасс өсөн барған ҡаты алышта һәләк була.
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Миңлеғәле Шайморатовтың 120 йыллығын билдәләү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Республика Хөкүмәтенә юбилей күргәҙмәләре, башҡа мәҙәни сараларҙың планын эшләргә ҡушылды. Геройҙың тыуған көнөнә Милли музейҙа Шайморатовтың һирәк фотоларын һәм документтарын күрергә мөмкин булған күргәҙмә асылған.
Читайте нас: