-5 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Август 2019, 01:06

Хеҙмәт етештереүсәнлеге артҡан

Октябрьск ҡалаһындағы “Басэт” компанияһы милли проектҡа ҡушылғандан һуң хеҙмәт етештереүсәнлеген 18 процентҡа арттырған.

Октябрьск ҡалаһындағы “Басэт” компанияһы милли проектҡа ҡушылғандан һуң хеҙмәт етештереүсәнлеген 18 процентҡа арттырған.


Заводта торбаларҙың ҡабырғаларын ҡуйыу процесын оптималләштергәндәр. Һаҡсыл етештереү принциптарын ҡулланыу эш процесы ваҡытын – 18 процентҡа, хәрәкәт итеүҙәрҙе 43 процентҡа ҡыҫҡартҡан.


Бөгөн республикала “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” милли проектына республиканың 30-ҙан ашыу предприятиеһы ҡушылған. Проект сиктәрендә предприятие эшсәндәре төрлө эксперттарҙың консультацияларын аласаҡ, Сәнәғәттә үҫтереү фондынан 50-нән алып 300 миллион һумға тиклем льготалы займ биреү ҙә ҡаралған. Хеҙмәткәрҙәрҙе ҡабаттан уҡытыу өсөн субсидиялар ҙа бүленә.
#нацпроекты
Читайте нас: