+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Август 2019, 12:50

Автобустар паркы тулылана

Бөгөн, 20 августа, “Башавтотранс” ДУП-ы паркы 102 яңы автобус менән тулыланды. Улар ҡала-ара, ҡала яны, перифирик йүнәлештәрҙә йөрөйәсәк.

Бөгөн, 20 августа, “Башавтотранс” ДУП-ы паркы 102 яңы автобус менән тулыланды. Улар ҡала-ара, ҡала яны, перифирик йүнәлештәрҙә йөрөйәсәк.
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың 1 сентябргә тиклем бар муниципаль райондарҙың да Өфө ҡалаһы менән транспорт бәйләнеше булырға тейеш тигән күрһәтмәһенә ярашлы, “Башавтотранс” предприятиеһы әүҙем эш алып бара. Мәҫәлән, 10 августа 14 яңы маршрут асылған. Ә сентябрҙән “Алға” Берҙәм транспорт картаһын сығарыу һәм Берҙәм түләү системаһын индереү буйынса пилот проекты сиктәрендә сәғәтле тариф булдырыла. Уға ярашлы, пассажир бер сәғәт эсендә “Башавтотранс” автобустарында ташламалы хаҡҡа йөрөй ала. Транспортта беренсе йөрөү тулы тариф буйынса 20 һум булһа, бер сәғәт эсендә икенсе йөрөү буш буласаҡ.
“Башавтотранс” предприятиеһында бөгөнгө көнгә 136 яңы автобус бар.
#нацпроекты
Читайте нас: