+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Август 2019, 20:47

Башҡортостанда Ирекмәндәр уйындары үтә

20 августан 22-нә тиклем Өфө районының “Алые паруса” балалар лагеры базаһында беренсе Ирекмәндәр уйындары үтә. Сараны Президент гранттары фонды ярҙамы менән “3D – кесе эштәр ирекмәндәре “ проекты сиктәрендә “Ҡала үҫеше йәмәғәт фонды” ойоштора.

Уйындарҙа республиканың 21 муниципаль берәмегенән 12 – 18 йәшлек 210 үҫмер ҡатнаша. 2019 йылдың март - июль айҙарында ошо проектҡа ярашлы 3 йүнәлештә ирекмәндәр отрядтары эшләй. Улар республиканың 210 кешеһенә шефлыҡ итә, 12430 кешегә 324 сара үткәрә, биләмәләрҙе төҙөкләндереү буйынса 118 акция ойоштора. Мәҫәлән, Дүртөйлө ҡалаһынан “Лидер мәктәбе” ағзалары социаль приют тәрбиәләнеүселәренә шефлыҡ итә, уларға тематик акциялар һәм саралар үткәрә. Туймазы районынан “Тимурсылар” ирекмәндәр отряды“Парктар маршы” акцияһына ҡушылып, Ҡандрыкүлдең төньяҡ ярында 150 ҡарағай ағасы үҫентеһе ултыртҡан һ.б.
Уйындар барышында лидер командалар бүләкләнәсәк. Ҡатнашыусыларҙы бай йөкмәткеле программала оҫталыҡ дәрестәре, командала уйындар, презентациялар һ.б. үткәреү күҙаллана. Өфө ҡалаһы буйлап ҡыҙыҡлы экскурсия ойошторола.
Читайте нас: