+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Август 2019, 00:55

Путин матбуғат конференцияһында

Рәсәй Президенты Владимир Путин Франция журналистары менән матбуғат конференцияһында Рәсәйҙең уртаса һәм ҡыҫҡа арауыҡҡа осоусан ракеталар тураһындағы килешеүҙе боҙмауы, “норманд форматы”нда осрашыу мөмкинлеге тураһында һөйләне.

Бер үк ваҡытта һәр осрашыуҙың билдәле бер һөҙөмтәгә килтерергә тейешлеген, ҡул ҡуйылған килешеүҙәрҙең, шул иҫәптән хәрби әсирҙәргә ҡағылғандарының да, тәү зарурлығын билдәләне.

Франция журналистары Владимир Путиндан “Ҙур һигеҙ дәүләт” иҫәбенә ҡайтырға теләү-теләмәүе хаҡында һораны. Рәсәй Президенты: “Ысынбарлыҡта булмаған нәмәгә ҡайтыу мөмкин түгел, сөнки ғәмәлдә “Ҙур ете дәүләт” тигән төшөнсә генә бар”, – тип яуапланы. Ул, Рәсәй бер нәмәнән дә баш тартмай, шул иҫәптән “һигеҙ дәүләт” иҫәбендәге ағзалыҡтан да, бер үк ваҡытта быға ныҡлы ынтыла тип тә әйтеп булмай, сөнки асылда “Ҙур егерме дәүләт” төшөнсәһе лә бар бит әле, тип өҫтәне.

Эмманюэль Макрон Рәсәйҙе Европа Советына кире ҡайтарыуға ҡағылышлы ғәмәлдәр буйынса фекер алышты.
#ВладимирПутин
Читайте нас: