Йыл һайын 22 августа Рәсәйҙә Дәүләт флагы көнө билдәләнә. 1991 йылда Мәскәүҙә Аҡ йорт өҫтөндә беренсе тапҡыр рәсми рәүештә, дәүләт символы булып торған ураҡ һәм сүкеш менән ҡыҙыл байраҡты алмаштырған, өс төҫлө Рәсәй флагы күтәрелә. Был ваҡиғанан һуң өс йыл үткәс Рәсәй Президенты Дәүләт флагы көнөн байрам итеү тураһында Указға ҡул ҡуя.
Рәсәй триколоры 300 йылдан ашыу тарихҡа эйә. Илдә дәүләт флагы XVII – XVIII быуаттарҙа, Рәсәй ҡеүәтле дәүләткә әүерелгән осорҙа, барлыҡҡа килә. Тәүге тапҡыр аҡ – күк – ҡыҙыл флаг Петр I-нең атаһы Алексей Михайлович батшалыҡ иткән дәүерҙә «Бөркөт» беренсе рус хәрби карабында күтәрелә.
2000 йылдың 25 декабрендә Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин «Рәсәй Федерацияһының Дәүләт флагы тураһында» федераль конституция законына ҡул ҡуйҙы. Законға ярашлы, Рәсәй Дәүләт флагы – өс тигеҙ ҙурлыҡтағы горизонталь һыҙаттарҙан торған тура мөйөшлө туҡыма. Өҫкөһө – аҡ, урталағы – күк һәм аҫтағыһы – ҡыҙыл төҫтә. Флагтағы һәр төҫтөң рәсми мәғәнәһе бар. Ҡыҙыл төҫ - көс-ҡеүәт, күк – иман һәм ышаныс, аҡ - азатлыҡ һәм бойондороҡһоҙлоҡ.
Рәсәй флагы көнө районда ла киң билдәләнде. Район Үҙәк китапханаһы хеҙмәткәрҙәре был көнгә ҡарата балалар менән “Уҡыусы эскәмйәһе” үткәрҙе, район китапханасылары “Рәсәй флагы аҫтында – беҙ бергә!” флешмобына ҡушылып, төрлө иҫтәлекле урындарҙа: Красноусол шифаханаһында, Мәжит Ғафури һәйкәле, 1812 йылғы Ватан һуғышы яугирҙарына ҡуйылған һәйкәл янында фотоға төштө. “Ғаилә” үҙәге хеҙмәткәрҙәре халыҡ араһында Рәсәй триколорын таратты, викторина һорауҙарына яуаптар алды. Район Балалар ижады үҙәге педагогы О.Н.Григорьева Красноусолдың Блюхер урамы балалары менән “Беҙҙең урам командаһы” проекты сиктәрендә ошо көнгә ҡарата әңгәмә, уйындар уҙғарҙы. Балалар был байрамдың барлыҡҡа килеү тарихы, флаг, башҡа дәүләт символдары тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр тыңланы, белемдәрен һынап ҡараны. Бар саралар ҙа илһөйәрлек, дуҫлыҡ, татыулыҡ рухы менән һуғарылған ине.