-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Август 2019, 01:09

Һәр төрлө бәйләнеш файҙалы

АҠШ Президенты Дональд Трамп 2020 йылда үҙҙәрендә үтәсәк G7 саммитында Рәсәйҙең ҡатнашыуына ҡаршы түгел. Был турала CNN журналисы Кайли Атвуд Twitter селтәрендә Америка хакимиәтендәге сығанаҡҡа һылтанып хәбәр итте.

Рәсәйҙе саммитҡа саҡырырға Франция Президенты Эммануэль Макрон тәҡдим иткәйне. Журналист әйтеүенсә, ял көндәрендә Биаррицала “Ҙур етәү”ҙең осрашыуында ла ошо мәсьәлә тикшереләсәк.

АҠШ һәм Франция президенттары шишәмбе көн телефондан аралашҡанда Мәскәүҙе киләһе йыл G7 саммитына саҡырыу буйынса фекер алышты. Рәсәй Президенты Владимир Путин дүшәмбе Франция Президенты менән осрашыуында, “Ҙур етәү” менән һәр төрлө бәйләнеш файҙалы буласаҡ, тип белдерҙе һәм G8 форматын яңыртыу мөмкинлеген дә телгә алды.

Рәсәйҙе донъяның төп ете иле осрашыуҙарына 2014 йылғы Ҡырым һәм Украиналағы хәл-ваҡиғаларҙан һуң саҡырмай башлағайнылар.

#ВладимирПутин
Читайте нас: