-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Август 2019, 20:35

Бөрйәндә ҡояш электр станциялары төҙөлә

6 июндә Петербург халыҡ-ара иҡтисад форумында Башҡортостан Хөкүмәте һәм “Хевел” компаниялар төркөмө араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлдө. Документҡа Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров һәм компания директоры Игорь Шахрай ҡул ҡуйған.

Килешеүҙә Бөрйән районында дөйөм ҡеүәте 10 МВт тәшкил иткән 2 ҡояш электр станцияһы төҙөү ҡаралған.
Бөрйән ҡояш электр станцияһы селтәр менән параллель рәүештә лә, автономлы режимда ла эшләй. Шулай итеп, электр станцияһы бөтә районға электр энергияһы бирергә, ә авариялы өҙөү йәки электр тапшырыу линияһында ремонт эштәрен башҡарыу осрағында автономлы режимда дауаханаларҙы, мәктәптәрҙе, балалар баҡсаларын электр менән тәьмин итергә тейеш.
Бөрйән проектына инвестициялар 1 млрд һумға баһаланды, станцияларҙы 2019 йылдың аҙағына сафҡа индереү күҙаллана.
Бөгөнгө көнгә «Хевел» компанияһы Башҡортостанда Бүребай (ҡеүәте 20 МВт), Бөгөлсән (15 МВт), Иҫәнғол (9 МВт) станцияларын төҙөнө. Дөйөм инвестициялар күләме – 5 млрд һум тәшкил иткән.
Читайте нас: