+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Август 2019, 00:45

Путин тураһында фильм төшөрөлә

Британия телевидениеһының дүртенсе каналы (Channel 4) Рәсәй Президенты Владимир Путинға арналған өс сериялы документаль фильм күрһәтә башлай.

Британия телевидениеһының дүртенсе каналы (Channel 4) Рәсәй Президенты Владимир Путинға арналған өс сериялы документаль фильм күрһәтә башлай.


Дүртенсе канал Владимир Путиндың йәшлеге, СССР Дәүләт именлеге комитетында эшләгән осоро, 20 йыл буйы ил Премьер-министры һәм Рәсәй Президенты булып эшләгән дәүер хаҡында һөйләргә вәғәҙә итә. Фильм авторҙары буласаҡ президенттың шәхси тәжрибәһе, айырыуса уның разведкала эшләүе Рәсәйҙең дәүләт сәйәсәтендә нисек сағылыш табыуын күрһәтергә ниәтләй.


Фильмдың анонсында Владимир Путин үҙенең алдына “Рәсәйҙе ҡайтанан бөйөк итеү” бурысын ҡуйған, АҠШ-тың дүрт президенты һәм Британияның дүрт премьеры менән эшләп өлгөргән, үҙ заманының иң йоғонтоло лидеры булған етәксе тип билдәләнә.

#ВладимирПутин

Читайте нас: