+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Август 2019, 22:47

Яҡшы атҡа менеп, елдәй елеп, сәпкә уҡ аттылар батырҙар!

Бөгөн Ғафури районының Имәндәш ауылы эргәһендә Уҡлыҡая итәгендә һыбай һәм традицион уҡ атыуҙың IV халыҡ-ара “Мәргән уҡсы” фестивале башланды.

Бөгөн Ғафури районының Имәндәш ауылы эргәһендә Уҡлыҡая итәгендә һыбай һәм традицион уҡ атыуҙың IV халыҡ-ара “Мәргән уҡсы” фестивале башланды.
Өс көн дауам итәсәк фестивалдә республиканың төрлө район-ҡалаларынан, Дағстандың Каспийск ҡалаһынан, Ҡаҙағстандың Нурсолтан ҡалаһынан һәм башҡа ерҙәрҙән килгән уҡсылар тәүге көндә һыбай килеш уҡ атыуҙа көс һынашты. Бәйгеселәрҙе Калининград ҡалаһынан , Литванан һәм Төркиәнән килгән судьялар баһаланы.
Уҡсыларҙы район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов халыҡ-ара фестиваль башланыу менән тәбрикләп, “Ҡунаҡсыл Ғафури ерендә, Башҡортостандың тәүге халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың тыуған төйәгендә, утыҙлаған милләт кешеһе дуҫ-татыу йәшәгән районыбыҙҙа, ошондай хозур тәбиғәт ҡосағында һеҙҙе ҡаршылауыбыҙға шатбыҙ. Һеҙгә бәйгеләрҙә еңеүҙәр теләйем,” – тине. “Мәргән уҡсы” автономлы коммерциялы булмаған ойошма етәксеһе Юлай Ғәлиуллин да ярыштың яҡшы үтеүен теләне. Уҡ-һаҙаҡ таҡҡан, милли кейемдәрҙәге уҡсылар ярһыу аттарҙа ярыш үтәсәк урынға йүнәлде. Улар йәрәбә тартҡандан һуң, бәйге башланып та китте.
Фестивалде ойоштороусыларҙың береһе Гөлгөнә Баймырҙина әйтеүенсә, һыбай уҡ атыу ярышында ҡатнашырға утыҙлаған уҡсы теләк белдергән, шуларҙың күбеһе килгән. Араларында Ҡаҙағстандан Әлиә Бекен исемле ҡыҙ ҙа бар. Бөгөн һыбай уҡ атыуҙа Кореяның ике дисциплинаһы буйынса ярыштылар. Юлай Ғәлиуллин был турнирҙың үҙенсәлеге менән таныштырып, уҡсылар һыбай сабып килгән көйө сәпкә аталар, дистанция 90 метр, тәүҙә ике сәпкә, һуңынан өс сәпкә тейҙерергә кәрәк, тине.
Ярыш бик ҡыҙыу, сәмле барҙы. Һөҙөмтәлә, Әбйәлил районынан Рушан Хәсәнов - 1-се, Өфөнән Юлай Ғәлиуллин – 2-се, Өфөнән Денис Өмөтбаев - 3-сө, ҡаҙаҡ ҡыҙы Әлиә Бекен 4-се урындарға лайыҡ булды. Афариндар! Иртәгә “Мәргән уҡсы” фестивале йөҙҙән ашыу уҡсыны ҡаршылаясаҡ. Иң яҡшы 12 уҡсы билдәләнеп, улар “Евразия Кубогы” өсөн бәйгегә сығасаҡ.
Читайте нас: