Авариялы йорттан күсерелгәндәр һаны һәм бушатылған элекке торлаҡ майҙаны буйынса алдынғы төбәктәр һанына, беҙҙең республиканан тыш, Мәскәү, Воронеж, Силәбе өлкәләре, Ненец автономиялы өлкәһе, Алтай крайы инә.
Маҡсатҡа өлгәшеүгә ҡарамаҫтан, был эш туҡтамай дауам итәсәк. Яңы йорттарға күсереү буйынса федераль проектты тормошҡа ашырыу өсөн тотош Рәсәй буйынса 2024 йылға саҡлы 507,2 миллиард һум бүленә.