+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Август 2019, 01:04

Табиптарға эш хаҡы артырмы?

Рәсәй Президенты Владимир Путин һаулыҡ һағының беренсел звеноһын модернизациялауға арнап уҙғарған кәңәшмәлә һаулыҡ һаҡлау министры В.И.Скворцова табиптарҙың минималь эш хаҡын төбәк буйынса уртаса эш хаҡынан 170 процентҡа тиклем күтәрергә кәрәк тип билдәләне.

Был беренсел звено табиптарына – участка табиптары, дөйөм практика табиптарына һәм тар профилле белгестәргә ҡағыла. Шул уҡ ваҡытта ашығыс ярҙам табиптарына эш хаҡы артыу 200 проценттан да кәм булмаҫҡа тейеш. Шәфҡәт туташтарының эш хаҡы уртаса эш хаҡының 70 процентынан, фельдшерҙарҙыҡы – 120 проценттан кәм булмаҫҡа тейеш. Эш хаҡтарын арттырыу саралары медицина хеҙмәткәрҙәренә ҡытлыҡты бөтөрәсәк тип белдерә министр.
#ВладимирПутин
Читайте нас: