Бөгөн, 25 августа, Сәйетбаба ауылында Бал байрамы үтте. Йыл һайын уҙғарылып килгән байрамға баш ҡалабыҙ Өфөнән, хатта алыҫ Германиянан да ҡунаҡтар килгәйне.
2002 йылда Германияның Боден күле өҫтөндәге фажиғә Башҡортостан балалары менән самолет шартлағандан һуң төҙөлгән “Өфө – Бодензее дуҫлыҡ күпере” ойошмаһы делегацияһы Башҡортостандағы сәфәр барышында ошондай матур байрамда ҡатнашыуҙары, урындағы халыҡтың ҡунаҡсыллығына, алсаҡлығына, тәбиғәттең хозурлығына һоҡланыуҙарын белдерҙе.
Бал байрамында ауылдың уңған ҡортсолары, юбилярҙар, әүҙем йәмәғәтселәр тәбрикләнде. Ҡунаҡтар дәртле бейеүҙәр, моңло йырҙар тыңлап кинәнде. Сәйетбабалар көҙгө муллыҡ йәрминкәһенә һәр төрлө бал, һөт ризыҡтары, буҙа, ҡымыҙ, йәшелсә, емеш-еләк һ.б. алып сыҡҡайны. Байрам һуңында олоһо ла, кесеһе лә халыҡ уйындарында ҡатнашты.